21 Февраль - һәр халыҡтың үҙ телендә ҙурлау көнө.

Февраль 21, 2023 Просмотров: 19
21 Февраль - һәр халыҡтың үҙ телендә ҙурлау көнө.Тел - халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер." Теле барҙың - иле бар " ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле.Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы,йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле.Шуға күрә телде һаҡлау,киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Тирмән мәктәбе уҡыусылары ла был саранан ситтә ҡалманы.Класс етәкселәре класс сәғәттәре үткәрҙе,шиғырҙар конкурсы, " Тыуған төйәк "темаһына һүрәт төшөрөү конкурсы үтте.
Бөгөн ,21 февраль - Сафуан Әфтәх улы Әлибаевҡа 82 йәш.Уны иҫкә алыу айҡанлы,музей етәксеһе Рәйзәнә Шакир ҡыҙы Султанова башланҡыс кластар өсөн экскурсия үткәрҙе.